Хаҡлы ял кәртә түгел11.09.2018
Хаҡлы ял кәртә түгелБөгөн пенсия йәшен арттырыу тураһында күп һөйләйҙәр. Берәүҙәр был яңылыҡты хуплап ҡабул итте, икенселәре иһә ҡаршы фекер белдерҙе.

Нисек кенә булмаһын, хаҡлы ялға сығыуға ҡарамаҫтан, өлкәндәрҙең күпселеге эшләүен дауам итә. Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостандағы бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, әле республикала 200 меңдән ашыу пенсионер төрлө өлкәлә хеҙмәт итә.

– Мәшғүллеген ташламаған хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың иң өлкәненә 93 йәш тулған. Ул Өфөлә йәшәй, – тине Фоат Хантимеров. – Әйткәндәй, пенсионер ҡатын илебеҙҙә 100 йәшен тултырып та эшләп йөрөгән биш кешенән бер аҙға ғына ҡалыша.

Рәсәй Пенсия фонды мәғлүмәттәре буйынса, йөҙйәшәрҙәрҙең өсәүһе – илебеҙҙең баш ҡалаһында, береһе – Мәскәү янында, йәнә береһе Краснодар крайында йәшәй. Пенсия фондына уларҙың эш хаҡынан страховка иғәнәләре даими түләнә.

Рәсәйҙә иһә иң өлкән пенсионер Чечняла йәшәй. Документына ярашлы, ул 1889 йылдың 1 июлендә тыуған – әле 129 йәштә. Башҡортостан был күрһәткес буйынса тәүге биш төбәк иҫәбендә.

– Бөгөн республикала 100 йәшен тултырған 158 пенсионер, шул иҫәптән 18 ир-ат теркәлгән. Оҙон ғүмерлеләрҙең иң өлкәне – 107 йәшлек ҡатын, – тине Фоат Хантимеров. – Беҙҙең бүлексә хаҡлы ялдағы 1 миллион 181 мең кешегә пенсия түләй.

Быйыл 1 ғинуарға Башҡортостанда даими йәшәгән халыҡ һаны 4 миллион 63 меңдән артҡан. Мең ир-атҡа, уртаса алғанда, 1132 ҡатын-ҡыҙ тура килә.


Вернуться назад