Бынан 11 йыл элек райондың Константиноградовка ауылы эргәһендә ҡораллы енәйәтселәрҙе ҡулға алғанда һәләк булған милиционерҙарҙы яҡташтары онотмай.
Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ районы буйынса бүлеге, район хакимиәтенең физкультура, спорт һәм туризм буйынса комитеты хеҙмәттә фажиғәле һәләк булған егеттәрҙең иҫтәлегенә ҡул көрәше буйынса турнир ойошторорға ҡарар итте. Ярыштар 14 сентябрҙә Стәрлетамаҡ физик культура, идара һәм сервис колледжының спорт залында үтәсәк.