Стәрлебаштар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәрҙең иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Еңеү көнөн яҡынайтыуға ҙур өлөш индергән батырҙар рәтендә уҡытыусылар ҙа байтаҡ булған.
Уҡытыусы-фронтовиктар һуғыш тамамланғандан һуң да халыҡҡа белем биреү өлкәһендә ең һыҙғанып эшләй, атайһыҙ үҫкән йәш быуынды дөрөҫ йүнәлештә тәрбиәләү өсөн көсөн йәлләмәй. Район мәғарифын үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур хеҙмәт һалған яугир-уҡытыусыларға ошо көндәрҙә Стәрлебаш урта мәктәбендә иҫтәлекле стела асылды. Был мәктәп тормошонда ғына түгел, бөтә район тарихында тәрән эҙ ҡалдырған һөйөнөслө ваҡиға.