Республика халҡы алты сутый ергә ташламанан файҙалана ала. Уның тәртибен Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығындағы матбуғат хеҙмәтенән түбәндәгесә аңлаттылар.
2017 йылдан, ер һалымын иҫәпләгәндә, һалым базаһын алты сутый ерҙең кадастр хаҡы дәүмәленә кәметкән ҡайтарма файҙаланыла. Әгәр ер участкаһының майҙаны алты сутыйҙан артмаһа, һалым түләтелмәй, әгәр ҙурыраҡ икән, түләм ҡалған майҙанға ғына һалына. Мәҫәлән, ер алты сутый булһа, һалым дүрт сутыйға иҫәпләнә.
Һалым ҡайтармаһына Советтар Союзы, Рәсәй Федерацияһы Геройҙары, I һәм II төркөм инвалидтары, бала саҡтан инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәт ветерандары, шулай уҡ ҡануниәткә ярашлы тәғәйенләнгән пенсияны алған барлыҡ хаҡлы ялдағылар хоҡуҡлы. Шул уҡ ваҡытта был ташламаны ер категорияһының һәм уны рөхсәт ителгән файҙаланыу төрөнөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, һалым түләүсенең теләге буйынса бер участкаға ҡарата ғына файҙаланырға мөмкин.
Бының өсөн һалым ҡайтармаһы башлап ҡулланылған йылдың 1 ноябренә тиклем һалым органына тейешле белдереү ҡағыҙын ебәреү фарыз.
Әгәр кеше ошондай ер участкаһын һайламаһа, һалым органы, һалымдың максималь иҫәпләнгән күләменән сығып, уны үҙаллы билдәләй. Һайланған ер тураһындағы белдереү ҡағыҙын, ташламаға ғаризаны күп функциялы үҙәк офисына йәки һалым органына тапшырырға, почта, һалым түләүсенең шәхси кабинеты аша ебәрергә була.
Льготаға ғариза менән документтарҙы әүәлерәк тапшырғандарға уларҙы һалым органына ҡайтанан ебәреүҙең кәрәге юҡ. Әйткәндәй, Башҡортостандағы баҡсасыларҙың күпселеге – пенсионерҙар, шуға күрә яңы ташлама бик файҙалы буласаҡ. Белдереүҙәренсә, был алым әлегә тиклем ғәмәлдә булған 10 мең һумлыҡ ҡайтарманы алмаштырған.
www.nalog.ru сайтынан.