Башҡортостанда 50 йыл бергә йәшәгән пенсионерҙар Мендельсондың туй маршы аҫтында законлы никахтарын оҙайттылар. Үҙенсәлекле тантана Краснокаманың ЗАГС бүлегендә үтте.
Район ЗАГС бүлеге начальнигы Әлмира Бәхтиева әйтеүенсә, бүлек хеҙмәткәрҙәре юбиляр парҙың балалары тәҡдим иткән башланғысты дәррәү хуплап сыҡты һәм ярты быуат элек булған туй көнөн ҡайтанан тергеҙҙе. Туй маршы оҙатыуында Лена Камай ҡыҙы менән Хәбибйән Ғарип улы Садиҡовтар тантаналар залына үтте. Унда уларҙы туғандары һәм яҡындары ҡаршыланы.
Ярты быуат элек йәштәрҙән никахлашырға риза булыу-булмауы тураһында белешһәләр, әле иһә “Хәләл ефетегеҙгә һөйөүҙе йылдар дауамында һаҡлап ҡалдығыҙмы?”, “Никахты дауам итергә ризаһығыҙмы?”, “Оҙайтылған яңы никахта тағы ла 50 йыл йәшәргә һүҙ бирәһегеҙме?” кеүек һорауҙар бирелде. Бәхетле пар һәр береһенә ыңғай яуап бирҙе һәм юбилей никахын теркәү таныҡлығына ҡултамғаларын ҡуйҙы.
“Бөгөндән алып киләһе 50 йылға һеҙҙе ир менән ҡатын тип иғлан итәм!” тигән һүҙҙәр яңғыраны һәм Садиҡовтарға никах теркәү тураһындағы символик таныҡлыҡты тапшырҙылар. Артабан пар туй вальсына төштө. Ярты быуат ғаилә усағын һүндермәй һаҡлаған Хәбибйән Ғарип улы менән Лена Камай ҡыҙы был көндә усаҡты ҡайтанан тергеҙҙе. Туғандары уларға иң изге теләктәрен еткерҙе.
Юбилярҙар Краснокама районының Баръяҙыбаш ауылында тыуып үҫкән. Сабый саҡтан уҡ етем ҡалған Хәбибйән ағайҙы әсәһенең бер туған апаһы ҡарап үҫтергән. Мәктәптә яҡшы уҡыған малайға тормош ауырлыҡтары артабан белем алырға мөмкинлек бирмәгән. Ул электромонтер һөнәрен үҙләштереп, ғүмер буйы “Южарланнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығында эшләгән. Лена Камай ҡыҙы педагогик белем алып, башта Ҡуян мәктәбендә, унан тыуған ауылы Баръяҙыбашта 40 йылға яҡын башланғыс кластарҙы уҡытҡан.
Ғаилә күркәм йорт һалған, әлегә тиклем ҙур хужалыҡ алып бара. Өс бала тәрбиәләгәндәр, әле алты ейән-ейәнсәрен үҫтерергә ярҙам итәләр. Садиҡовтарҙың ҙур ғаиләһе ата-әсә йортона йыш йыйыла.
Халыҡ никахтарын оҙайтырға теләгән пенсионерҙар тураһындағы яңылыҡты йылы ҡабул итте.
– Һоҡланғыс, күркәм ваҡиға! Был хәбәр күңелдәргә йылылыҡ өҫтәй, – тип яҙа күптәр социаль селтәрҙә.