Борсолорға урын юҡ11.09.2018
60 йәшлектәр хәҙер ҡарт түгел

50 йәшкә яҡынлашҡан һайын күптәр яңы эшкә урынлашыуҙа ҡыйынлыҡ кисерә, ә ҡайһы берәүҙәрҙе биләгән вазифаһын бушатыуын һорайҙар. Был айырыуса ялға китергә ашыҡмаған әүҙем пенсионерҙарға ҡағыла. Әйткәндәй, бынан ары әлеге мәсьәлә үткәндәрҙә ҡаласаҡ.

Ил Хөкүмәте пенсия йәшен күтә­реү буйынса ҡанун проектын хупланы. Ул байтаҡ яңылыҡты күҙ уңында тота. Реформа йәш дискри­мина­цияһына бәйле проблеманы хәл итеп, олоғайыуына ҡарамаҫ­тан, эшен дауам итергә теләгән­дәрҙең хоҡуғын яҡлаясаҡ. Быйыл Рәсәйҙә 46,5 миллион пенсионер иҫәпләнә, шуларҙың 12,3 миллионы, йәғни 26 проценттан ашыуы, эшләп йөрөй. Хаҡлы ялға сығыу йәшенә еткәндәрҙең яртыһынан күберәге тәүге осорҙа бөтөнләй эшен ҡалды­рырға ашыҡмай, ҡалғандары­ның да ялға үҙ теләге менән китеүе икеле.

50 йәште үткәндәрҙең күбеһе байтаҡ проблемаларға осрай. Ҡайһы берәүҙәрҙән биләгән вазифаһын йәштәргә тапшырыуҙы һорайҙар, ә яңы эш табыу еңелдән түгел. Психолог Наталья Толстая әйтеүенсә, күптәр төшөнкөлөккә бирелә, ә бит әле көс-ҡеүәт етерлек. Тик йәш­тәр үксәгә баҫып килә, хаҡлы ялға сыҡҡанды түҙемһеҙлек менән көтә.

Шул уҡ ваҡытта эш биреүселәр тәжрибәле өлкән кадрҙарҙы һаҡлап ҡалыу яғында булырға тейеш. Белеүебеҙсә, бындай хеҙмәткәрҙәр эшмәкәрлек өлкәһе менән яҡшы таныш, балалары үҫеп еткән, эшкә кү­бе­рәк иғтибар бирә, ҙур тырышлыҡ һала. Әммә бөгөнгө пенсия систе­ма­һы эш биреүсене әүҙем, тәжрибәле һәм белемле пенсионерҙы вазифа­һы­нан бушатып, был урынға стажер­ҙы йәки мигрантты ялларға мәжбүр итә.

Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, идара итеү кеүек өлкәләрҙә тәжрибә – иң мөһим күрһәткестәрҙең береһе, ләкин өлкән йәштәге табиптар һәм уҡытыу­сыларҙың урынына дауаханаларҙа, мәктәптәрҙә яңы ғына уҡыуын та­мам­лаған тәжрибәһеҙ йәштәр килә. Улар үҙ эшенең оҫтаһына әүерел­гән­сә мәшғүллеккә бәйле ҡыйын­лыҡтар тыуасаҡ. Һөҙөмтәлә илдә ҡиммәтле белгестәргә – ҡытлыҡ, ә өлкән быуын араһында эшһеҙлек артасаҡ.

Пенсия тураһындағы Законға үҙгәрештәр индереү проекты ошондай етешһеҙлектәрҙе юҡ итеүгә йүнәлтелә. Гүзәл заттар 55-тә, ир-егеттәр 60-та үҙҙәрен бер ҙә әбей йә бабай итеп тоймай, тыныс ҡына өйҙә ултырырға те­лә­мәй. Эш биреү­селәргә көс-дәр­те ташып тор­ған “йәш пенсионер­ҙар”ҙы хеҙмәттән буша­тырға тура килмәйәсәк.

Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Социаль анализ һәм күҙаллау институтында белдереүҙәренсә, хәҙер 60 йәшлек­тәрҙе ҡарт тип иҫәпләргә ярамай.

– Кешеләрҙең һаулығында ла, йәшәү рәүешендә лә, фекерләү һәләтендә лә байтаҡ үҙгәреш булды. 60 йәшкә еткәндәрҙе оло тип әйтеү бөтөнләй дөрөҫ түгел, – тине институт лабораторияһы мөдире Дмитрий Рогозин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы өр-яңы кимәл ҡуйҙы: 2024 йылға ғүмер оҙайлылығы 78 йәшкә тиклем артырға тейеш. Әлеге пенсия системаһы һаҡлап ҡалынһа, “эшһеҙ тыныс ҡартлыҡ”ҡа егерме йыл самаһы тура киләсәк.

Әүҙем пенсионерҙарҙың күпселеге был фекер менән килешмәйәсәк, әлбиттә. Әммә пенсия йәше йыш ҡына “эштән бушатыу ҡағыҙы”на әүе­релә. Өлкәндәрҙең судта яҡлау эҙләүе, ғә­ҙәт­тә, уңышһыҙ тамамлана. Йәш дискримина­цияһы Рәсәй Хеҙмәт кодексы менән тыйылһа ла, бәхәстә эш биреүсе өҫкә сыға.

Бынан ары оло быуынды дәүләт яҡлаясаҡ, сөнки йәштәр эйә булған хеҙмәт хоҡуҡтары уларға ла тараласаҡ. Бынан тыш, реформа өлкәндәргә яңы эш эҙләүҙе ябай­лаштырмаҡсы. Әле тәҡдим ителгән вакансияларға күҙ һалһаҡ, йыш ҡына “йәше 45-тән артмаҫҡа тейеш” тигән талап ҡуйыла. Тиҙҙән бындай ғәҙелһеҙлек юҡҡа сығасаҡ һәм өлкәндәр ҡулай, ҡыҙыҡлы һөнәрҙе һайлап, үҙҙәрен яңы өлкәлә лә һынап ҡарай аласаҡ.

Тағы ла бер мөһим яңылыҡ – пенсия күләмен арттырыу. Эшкә һәләтлелек йәшен күтәреү быға булышлыҡ итәсәк. Әле пенсияның уртаса күләме 14 мең һум самаһы тәшкил итә. Йыл һайын ул 400 – 500 һумға индексациялана, асылда иһә был һиҙелмәй ҙә тиерлек. Реформа һөҙөмтәһендә ул кәмендә бер мең һумға үҫәсәк.


Вернуться назад