Илештәрҙең тарихи хәтере ныҡ. Үрге Йәркәйҙәге тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейынан халыҡтың өҙөлмәүе, уның төрлө тематик кисәләр, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үткәреү өсөн уңайлы урын булыуы яҡшы билдәле.
Район үҙәгендәге Дан монументы эргәһендә быйыл йәнә бер иҫтәлекле һәйкәл ҡалҡып сыҡты. “Бөтәһе лә фронт өсөн” тип ал-ялһыҙ, аяуһыҙ шарттарҙа тир түккән тыл батырҙары һәм һуғыш балаларына арналған ул. Уның эргәһенән тыныс ҡына, битараф төҫ менән үтеп китеүе мөмкин түгел.
Һабан артындағы ҡаҡса ғына кәүҙәле, арып-талсыҡҡан малай, бөтә яҙғы баҫыу эштәрен йөкмәргә бурыслы арыҡ ат, етди ҡарашлы әсә һәм уйсан ҡыҙ образдары нисек күңелгә яҡын! Беҙ улар менән ҡәһәрле һуғыш тураһындағы кинофильмдар һәм китаптар аша ла яҡшы таныш. Мул, иркен тормошта йәшәргә күнеккән, тырыш хеҙмәттәре менән байлыҡ тыуҙырырға һәләтле илештәр Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тап ошондай ауыл кешеләренең Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индереүен онотмай. Бөгөнгө матур тормош тыл батырҙарының фиҙакәрлеге, илһөйәрлеге менән яуланған бит.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә проект авторы, Магнитогорск ҡалаһы рәссамы Сергей Елкин тыл батырҙарының бөйөклөгөн һынландырған мөһабәт, тәрән йөкмәткеле һәйкәл ҡойған. Яҡташтарының ҡаһарманлығын мәңгеләштереү өсөн оло эште күңел ҡушыуы менән башлап ебәргән ветерандар советы рәйесе Анатолий Романовҡа, тәҡдимде күтәреп алған район хакимиәте етәкселәренә, ниндәй генә төбәктә йәшәһәләр ҙә, ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡҡан илештәргә иң йылы рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.