Ҡайһы бармаҡты тешләһәң дә ауырта…11.09.2018
Өйҙә ун бала, ихатала – дүрт йөҙ тауыҡ

Ямаловтарҙы Иштирәктә гел маҡтап телгә алдылар. “Илмира килен дә уңған, Илфир ҙа тынғыһыҙ. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап хеҙмәтте яратып, сынығып үҫә”, – тинеләр.

Йорт хужаһы “КамАЗ” машинаһында көнө-төнө йөк ташый, улдары Ирек тә ошо техниканы үҙ иткән. Илина әле Аҡтанышта кондитер-ашнаҡсы һөнәренә уҡый, Ирина район үҙәгендәге мәктәптә белем ала. Ә өс йәшлек Илвир балалар баҡсаһына йөрөй.

Донъялар түңәрәкләнеп, төрлө мәшәҡәттәрҙе еңеп сыҡтым ғына тигәндә, Ямаловтар ғаиләһенә яҡындарының фажиғәһен кисерергә, бөтә ауырлыҡты үҙ өҫтәренә алырға тура килә. Илмираның һеңлеһе вафат булып, йәндәй күргән биш балаһы етем ҡалғас, улар бер һүҙҙән булып, кескәйҙәрҙе үҙ ҡосағына ала. Документтар әҙерләүгә һәм рәсмиләштереүгә лә байтаҡ ваҡыт сарыф ителә. “Тәүге айҙар ифрат ауыр булды, балаларҙың күҙҙәренән йәш китмәне. Йыуатырлыҡ, тынысландырырлыҡ һүҙҙе ҡайҙан тапмаҡ кәрәк ундай саҡта, һөйләп тә аңлатырлыҡ түгел”, – тип хәтергә ала ул ҡара көндәрҙе әсә.

Ямаловтар ғаиләһендә һәр кемдең тәғәйен эше бар. Бишенсе класта уҡыған Вилена һауыт-һаба йыуырға, ҡош-ҡорт ҡарарға әүәҫ. Әммә иҙән йыуыуҙы йәне һөймәй, “был эште апайҙарым башҡара” тиһә, 12 йәшлек Дилүс: “Һыйырҙарҙы көтөүҙән ҡыуып алып ҡайтыу минең өҫтә”, – ти ғорур ҡиәфәт менән.

Йорт хужабикәһенә “оло оркестр дирижеры” булмай сара юҡ. Алтмыштан ашыу өйрәк-ҡаҙ аҫраған, 400-гә яҡын тауыҡ үҫтергән, егерме баш эреле-ваҡлы һыйыр малы ҡараған ғаиләнең көн тәртибен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.

Мәктәп йәшендәге алты баланың да яҡшы уҡыуы менән ата-әсә хаҡлы ғорурлана, “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған Илмира дәүләт тарафынан тәғәйенләнгән пособиеларҙы ваҡытында алыуҙарынан ҡәнәғәт. “Балаларҙың һәр береһен оло тормош юлына лайыҡлы әҙерләп сығарғы килә. Ҡайһы бармаҡты тешләһәң дә ауырта, тигәндәй, беҙҙә уларҙың барыһы ла тип-тигеҙ, һәр береһенә әсә йөрәгендә урын бар”, – ти Илмира.


Вернуться назад