Кеше йәмғиәт барлыҡҡа килгәндән алып туҡтауһыҙ төҙөй һәм ижад итә. Төҙөүсе һөнәре донъяла иң кәрәклеләрҙән һанала, һәр заманда ла маҡтаулы. Күгәрсен районының Мораҡ ауылында урынлашҡан “Гидрострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре лә үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән төҙөүсе һөнәрен данлай. Улар, нигеҙҙә, торлаҡ, социаль-көнкүреш биналарына капиталь ремонт эшләү менән шөғөлләнә. Биналарҙы заманса төҙөкләндереп, уларҙың хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайталар, торлаҡ хужаларына уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙыралар.
Йәмғиәттең ойошторолоуына һанаулы ғына йылдар үтһә лә, ул төҙөлөш майҙанында үҙ урынын лайыҡлы биләй, заказсыларҙың ышанысын аҡларлыҡ итеп, техник һәм технологик ҡаҙаныштарға нигеҙләнеп эшләй, төҙөлөш мәсьәләләренә заманса ҡараш менән айырылып тора.
Предприятиеға үҙ эшенең оҫтаһы Радик Байназаров етәкселек итә. Коллектив сәмле хеҙмәте, берҙәм тырышлығы менән йылдан-йыл төбәк иҡтисадын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Ундағы 12 белгестең һәр береһе фиҙакәр хеҙмәте менән танылған.
– Үткән осорҙа беҙ тиҫтәләгән торлаҡ йортҡа, йәмәғәт биналарына капиталь ремонт эштәрен башҡарҙыҡ. Үҙебеҙҙең райондан тыш, Мәләүез, Күмертау ҡалаларында ла эш алып барабыҙ. Предприятиебыҙ заманса ҡоролмалар, техника менән тәьмин ителгән. Техник базаның ҡеүәте йылдан-йыл арта бара.
Әлеге ваҡытта “Уңайлы мөхит” федераль программаһына ярашлы, Мораҡ ауылында йәмәғәтселек урындарында пандустар төҙөүҙе дауам итәбеҙ, балалар өсөн уйын майҙансығы, тротуарҙар һалдыҡ. Ауылдың Ленин урамында торлаҡ йортҡа капиталь ремонт эшләнек, З. Биишева урамындағы бер йорттоң электр селтәрҙәрен тулыһынса яңырттыҡ. Заказдарҙы тендерҙарҙа яулайбыҙ, – ти Радик Хөснулла улы.
Ул коллективтың уңған һөнәр оҫталарын маҡтап телгә алды. Мастер Денис Айытҡолов, баш хисапсы Елена Корягина, эшселәр Ринат Абдуллин, Азат Әбйәлилов үҙ эштәрен ҙур яуаплылыҡ тойоп, күңел йылыһын һалып башҡара.
Бөгөн төҙөлөш баҙарында конкуренция көслө. Заказсылар бөтә төр төҙөлөш эштәрен башҡарырға һәләтле, тотороҡло үҫеш алған ойошмаларға өҫтөнлөк бирә. “Гидрострой” йәмғиәте тап шундайҙарҙан һанала. Шуға ла коллективты киләсәктә ҙур эштәр, яңы төҙөлөштәр көтә, тип ышаныс менән әйтергә була.