Эште яратып башҡарһаң...11.09.2018
Түтәлдәрҙе көнөнә нисә тапҡыр һыуға ҡойондорорға, ҡырҡылған үләндәрҙең оҙонлоғо күпме ҡалырға тейеш – баҡтиһәң, был эштәрҙең дә үҙ ҡағиҙәләре була икән. Улар хаҡында торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өлкәһендә оҫталарҙы асыҡлаған республика конкурсының зона этабында белергә була ине. Стәрлетамаҡта үткән был ярышта урам һепереүселәр башта телдән һорауҙарға яуап бирҙе, һуңынан иһә паркка сығып, белемдәрен ғәмәлдә һынап ҡараны.

Әлбиттә, әлеге өлкәлә башҡа һөнәр эйәләре лә күпләп эшләй. Слесарь-сантехниктар, мейес яғыусы операторҙар, электромонтерҙар, иретеп йәбештереү­селәр һәм тракторсылар ҙа ярышты. Төрлө йүнәлештәге һынауҙар бер нисә майҙансыҡта йәйелдерелде. Оҫта исемен яҡлау өсөн Стәрлетамаҡ эшселә­ренән тыш Ишембай, Салауат һәм Мәләүез, Күмертау ҡалалары вәкилдәре лә килде. Комиссия ағзалары эштәрҙе башҡарыу технологияһы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлау йәһәтенән дә билдәләне.

Конкурс иң яҡшыларҙы асыҡлау өсөн генә ойошторолмай. Йәштәрҙе эшсе һөнәрҙәргә ылыҡтырыу тигән маҡсат та ҡуйыла. Был тәңгәлдә лә аҙмы-күпме маҡсатҡа өлгәшелде тип әйтергә мөмкиндер – һирәкләп булһа ла, йәш конкурсанттар күренде.

– Алдағы йылдарҙа эшсе йәштәр тағы ла күберәк булыр, – тигән өмөт белдерҙе ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Ермолаев.
Ҙур етәксеме кеше, йылылыҡ өсөн яуап биреүсе оператормы – һәр эштә лә тәжрибә туплау мөһим. Шуға кон­курс­тың ғәмәли өлөшөндә оҙаҡ йылдар эшләүселәрҙең ҡулына күҙ ҙә эйәрмәне тиерлек.

– Эште яратып башҡарһаң, ғүмер һиҙелмәй үтә, – тип шаяртып алды ошондай тәжрибәгә эйә конкурсант­тарҙың береһе Асия Мөфтәхина.
Бәйге булғас, еңеүсеһе була. Был йәһәттән стәрлетамаҡтар иҫәбендә мәрәйҙәр күберәк булды.




Вернуться назад