Иглин районында — шартлау10.09.2018
Иглин районының Ясная Поляна ауылында йәшәгән Артем Старухин туғандары менән Корчажная тауына бәшмәккә барғанда Граждандар һуғышынан ҡалған артиллерия снарядтарына юлыға.

— Ағас ботағы менән япраҡтар араһынан бәшмәк эҙләп бара инем, ниндәйҙер тимергә тап булдым. Башта торба киҫәге тип уйланым. Баҡтиһәң, снаряд икән, – ти Артем Старухин.

— Табышты күреү менән, төрлө яҡҡа һибелдек. Нимә икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы белә бит, – тип һүҙгә ҡушылды Артемдың ауылдашы Николай Конев.

Әйткәндәй, Николай Ильичҡа 71 йәш. Ғүмер буйы ошо төбәктә йәшәгән. Ата-әсәһенең Граждандар һуғышы тураһында һөйләгәндәрен яҡшы хәтерләй. Тап ошонда 1918 – 1919 йылдарҙа ҡаты һуғыштар барған, биләмә берсә – ҡыҙылдар, берсә аҡтар ҡулына күскән, артиллерия туптары осҡан.

Ауыл ҡарттары әйтеүенсә, был ерҙә, Граждандар һуғышы йылдарында аҡтарҙың бронепоезы торған, яҡын-тирәләге ауылдарҙы утҡа тотҡандар. Уларҙың төп маҡсаты ҡыҙылармеецтарҙың күҙәтеү пункты урынлашҡан сиркәү манараһы булған. Снарядтар туҡтауһыҙ осҡан, күбеһе Корчажный тауына ла төшкән. Әлеге табыш та шул дәүерҙән ҡалғандыр, күрәһең. Тарихсылар командарм Блюхерҙың партизандар армияһы маршрутының ошо төбәктән үтеүен билдәләй.

— Иглиндан йыраҡ түгел, Алаторка эргәһендә, партизандар армияһы менән аҡтар араһында ҡаты һуғыш була. Тап шунда артиллерия уты ныҡлы файҙаланыла. Әлеге снарядтарҙың шул һуғыштан ҡалыуы ла ихтимал, – тине М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Тарих һәм хоҡуҡи белем биреү институты директоры Алексей Кортунов.

Урындағы халыҡ сәйер табыш тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр иткән. Полиция хеҙмәткәрҙәре, ОМОН урынға килеп, биләмәне япҡан һәм металл эҙләгес ярҙамында тикшереп сыҡҡан. Ерҙән ике снаряд табылған. Уларҙың береһе – буш, йәғни болванка, икенсеһе иһә шартламаған, хәүефле снаряд булып сыҡҡан. Шартлатыусы техниктар урынға килеп, 76 миллиметрлы артиллерия снарядын юҡ иткән.

Әле хәл яйға һалынған. Әммә белгестәр әйтеүенсә, был ерҙә снарядтарҙың тағы ла булыуы ихтимал, шуға күрә урындағы халыҡҡа иғтибарлы һәм һаҡ эш итеү шарт.


Вернуться назад