Үтенес яуапһыҙ ҡалманы11.05.2012
Баш ҡаланың Карл Маркс урамындағы 31-се йортта урынлашҡан хәрби госпиталь бинаһы Башҡортостан милкенә күсерелде. Шул хаҡта Рәсәй Оборона министрлығы менән республика Президенты араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Был мәсьәлә һәр саҡ республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. 2011 йылдың июнендә Башҡортостан һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты ағзалары, элекке Өфө гарнизоны хәрби госпитале бинаһын Рәсәй Оборона министрлығы ҡарамағынан республика милкенә күсереүҙә ярҙам һорап, Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваға мөрәжәғәт иткәйне. Быға тиклем дә Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәй оборона министры араһындағы һөйләшеүҙәр бер нисә йыл дауамында барғайны.
— Рәсәйҙең оборона министрынан килгән яуапта мәсьәләне ыңғай хәл итеү өсөн әҙер булыуҙары, әммә объекттың үҙ йүнәлешен һаҡларға тейешлеге, уны һаулыҡ һаҡлау өсөн файҙаланыу талабы ҡуйылды. Бөтә шарттар ҙа үтәлә, хәҙер хәрби госпиталь республика ҡарамағында. Уның матди-техник базаһын нығытыу, койкалар һанын арттырыу, медицина ярҙамын яҡшыртыу буйынса ҙур эш башҡарыласаҡ, — тине депутат.