Стәрлелә уҡыйҙар, Германияла практика үтәләр10.09.2018
Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылында урынлашҡан Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы студенттары араһында Германияла практика үтергә теләүселәр йылдан-йыл арта. Был йәһәттән белем биреү учреждениеһы етәкселеге йәштәргә ҙур мөмкинлектәр булдырған.

Сит илгә барып тәжрибә туплау өсөн күп тә кәрәкмәй. Теләгең генә булһын. Унан инде Мәскәү белгестәре баш ҡалаға әңгәмәгә саҡыра. Әлбиттә, Германияға барғас, немец телен белеү – тәүшарт. Ошо талаптарҙың барыһын да уңышлы үтһәң, Европаға ишектәр асыҡ.

Әле белем усағында бер мең тирәһе студент ауыл хужалығы өсөн иң кәрәкле һаналған агроном, инженер, механик, иҫәп-хисап алып барыусы һәм башҡа һөнәрҙәрҙе үҙләштерә. Йөҙгә яҡын яҡташыбыҙ сит ил крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында эшләй.


Вернуться назад