Ҡаянан осоп төшкән...10.09.2018
Ошо көндәрҙә Өфөләге диспетчер үҙәгенә Аҫылмалы таш эргәһендә бер ҡыҙҙың Ағиҙел йылғаһына ҡолап төшөүе тураһында хәбәр итәләр. Баш ҡаланың эҙләү-ҡотҡарыу отрядындағы дежур смена – катерҙа, шулай уҡ базанан бер нисә ҡотҡарыусы ваҡиға булған ергә юллана.

– Асыҡланыуынса, ҡыҙ ҡаяның башынан осоп төшкән. Ҡотҡарыусылар кисекмәҫтән уны дауаханаға оҙатыу сараһын күрә. Ҡыҙҙы катерға һалып, “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексының түбәнге майҙансығында көтөп торған “Ашығыс ярҙам” машинаһына килтерәләр, – тип белдерҙеләр ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығынан.

Хәлдең шаһиттары әйтеүенсә, ҡыҙ ҡаяла үҙе генә булмаған. Фажиғәнән һуң уны юғарынан эҙләгәндәр ҙә булған. Тик ниңәлер дуҫтары аҫҡа төшөргә ашыҡмаған. Ҡыҙ ауыр хәлдә Өфө дауаханаларының береһенә оҙатылған.


Вернуться назад