Ағиҙел ҡалаһында йәшәгәндәр шаһит булған был хәлгә. Биш ҡатлы йорттарҙың береһендә шау-шыу сыҡҡан. Йорт кәрнизендә еңелсә кейенгән ҡатын-ҡыҙҙы байтаҡ кеше күргән.
Асыҡланыуынса, ҡул күтәргән иренән ҡотолорға итеп, йәш ҡатын өсөнсө ҡаттан һикермәксе булған. Ваҡытында килеп еткән полиция хеҙмәткәрҙәре тәртип урынлаштырған, ҡатынды ҡотҡарып ҡалған.