Нимә ул “фатирник”?10.09.2018
“Ҡош юлы” шағирҙар һәм гитарала уйнап йырлаусылар хәрәкәте “Шиғри фатирник”ка йыйылды.

Өй шарттарында ойошторолған концертты ғәҙәттә фатирник (русса квартирниктан) тиҙәр. Музыканттар күберәк акустик музыка ҡоралдарында сығыш яһай. Бындай сараның төп маҡсаты ла, форматы ла уңайлылыҡ һәм дуҫтарса мөхит тыуҙырыуға ҡайтып ҡала.

Исемдәре башҡорт йәмғиәтселеге араһында киң танылыу яулап өлгөргән Миңзәлә Яхина, Тимур Ямалов, Ришат Сөләймәнов, Резана Вәлиева йырлы-моңло күстәнәстәре менән уртаҡлашһа, шағирәләр Лариса Абдуллина, Айгөл Йәмилева, Наҙгөл Ғәлиева тамашасыларға хис-тойғоларын шиғыр аша еткерҙе, рухлы егет Ислам Төхвәтуллин Рәми Ғарипов, Рәшит Назаров кеүек һүҙ оҫталарының әҫәрҙәрен яңғыратты. Сарала тағы ла йәш, өмөтлө ҡәләм әһелдәре сығыш яһаны, һәр кем рух күтәренкелеге, яҡшы кәйеф, яҡты йөҙ менән таралышты.


Вернуться назад