Саҡмағош район үҙәк дауаханаһы поликлиникаһында һәм фельдшер акушерлыҡ пункттарында “Ҡан баҫымыңды үлсәт” тигән акция үтте.
Сарала ҡатнашҡан 230 кешенең һәр береһе табиптарҙан гипертония хәүефен иҫкәртеү буйынса кәңәш алды. Норманан тайпылыш күҙәтелгән 41 осраҡ асыҡланды. Улар мотлаҡ белгес күҙәтеүенә алынасаҡ. Акцияла ҡатнашҡан һәр кешегә диспансерлаштырыу үтеү, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефе факторҙары тураһында белешмә бирелде.