Ибрайҙар ауылын таныта!10.09.2018
Ейәнсура районының Ибрай ауылында Урам байрамы уҙҙы. Сара ауылдың йәшен дә, ҡартын да бер ҡорға йыйҙы.

Төрлө милли уйындар ойошторҙолар, шәжәрәләр менән таныштырҙылар. Әйткәндәй, Ибрай ауылы “Республиканың иң матур ауылы” конкурсының икенсе этабына үткән, шуға ла халыҡ йәшәгән урындарын йәмләр өсөн юлға асфальт түшәү эшен дә урындағы етәкселек менән бергә ойошторған.

Байрам барышында ҡул эштәре күргәҙмәһе лә булды. Урындағы клубта Мәрйәм Бураҡаеваның “Ҡорама юрған” әҫәре сәхнәләштерелде.


Вернуться назад