Һайлау киң яҡтыртылды09.09.2018
Колл-үҙәктә киң матбуғат саралары журналистары һәм блогерҙар менән “түңәрәк ѳҫтәл” ойошторолдо. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, Рушана Ибраева, Шамил Вәлиев ҡатнашты.

- Бѳгѳн колл-үҙәктә дәүләт матбуғат сараларынан 150-нән ашыу журналист, блогер эшләне. Уларҙың эшмәкәрлеге һѳҙѳмтәһендә халыҡ һайлау барышы тураһында тулы, аныҡ мәғлүмәт алды, - тине Артур Хәсән улы.

Рушана Ибраева иһә: “Мәғлүмәттең күләме түгел, ә сифатлы булыуы мѳһим”, - тине.


Вернуться назад