Витаминдарҙың ялтыр ҡаптағыһы түгел,ә аҙыҡ-түлектәгеһе файҙалы11.05.2012
Айырыуса ҡышҡы-яҙғы осорҙа организм витаминдарға ҡытлыҡ кисерә. Бындай осраҡта дарыуханаларға йүгерергә, ундағы бихисап төймәләргә таянырға күнеккәнбеҙ. Ә күп кенә витаминдарҙы ғәҙәти генә аҙыҡ-түлектә лә табырға мөмкин.
А витамины
Күреү һәләтен, тирене, тештәрҙе һәм сәсте сәләмәт һаҡлау өсөн кәрәк, иғтибарҙы, аҡыл кимәлен арттыра, инфекцияларҙан ҡурсалай.
Тәүлегенә 1,5 миллиграмм талап ителә. Ә бына янып көйгән майҙар һәм ҡояш нуры — уның дошманы. Треска балығы бауырынан яһалған бутербродта А витамины — 4,5 миллиграмм.
В1 витамины
Баш мейеһе һәм йөрәк эшмәкәрлеген көйләй, аҙыҡ эшкәртеүҙе яҡшырта, балаларҙың үҫешенә булышлыҡ итә, транспортта күңел болғанғанда ярҙамы ҙур.
Тәүлегенә 1,5-2 миллиграмм кәрәк.
В1 витаминының “дошманы”: сәй, кофе, сей балыҡтан суши һәм сульфаниламидлы препараттар.
Бер киҫәк икмәктә ул 0,09 миллиграмм.
В6 витамины
Аҡһым, май һәм углеводтар алмашыныуында ҡатнаша, аминокислоталарҙы үҙләштереү, гемоглобин барлыҡҡа килеү өсөн кәрәк. Ауырлы саҡта күңел болғаныуҙан ҡотолорға ярҙам итә.
Тәүлегенә ике миллиграмм талап ителә.
“Дошмандары”: спиртлы эсемлек, аҙыҡты йылытыу, оҙаҡ һаҡлау, йөккә уҙыуға ҡаршы ҡулланылған таблеткалар.
Тауыҡ итенең бер порцияһында — 0,3 миллиграмм.
В12 витамины
Балаларҙың үҫеүе өсөн ярҙам итә. Хәтерҙе һәм бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡандағы холестеринды түбәнәйтә.
Тәүлегенә өс миллиграмм талап ителә.
В12 витаминының “дошманы”: вегетарианлыҡ, спиртлы эсемлек, ҡояш нуры, ауырға ҡалмау өсөн ҡулланылған препараттар.
Һыйыр бауырының бер порцияһында — 110 миллиграмм.
С витамины
Һалҡын тейеүҙән һәм гриптан һаҡлай, организмды тәмәке төтөнөнән таҙарта, ҡан тамырҙарын нығыта, эндокрин системаның һәм бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшырта.
Тәүлегенә 70-100 миллиграмм кәрәк.
С витаминының “дошманы”: аҙыҡ-түлекте йылытыу.
Бер әфлисунда — 60 миллиграмм, бер татлы бороста — 250 миллиграмм.