Матбуғат үҙәгендә... велосипед тапшырҙылар09.09.2018
«Һайлау-2018» матбуғат үҙәгендә «Башинформ» агентлығының «Һинең мѳмкинлектәр республикаһы» проекты нигеҙендә ойошторолған сельфи-конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

Конкурс шарттарына ярашлы, һәр дәғүәсегә, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап тѳҙѳлгән объекттар эргәһендә фотоға тѳшѳп, уны социаль селтәргә ҡуйыу бурысы ҡуйылды.

Иң күп “лайыҡ” йыйып, Туймазынан «Үҙең эшлә» программаһын алып барған блогер, йәмәғәт эшмәкәре Олег Ғайсин конкурста еңеп сыҡты. Уға ноутбук тапшырылды. Икенсе һәм ѳсѳнсѳ урындар Ѳфѳ ҡалаһынан инженер-эколог Инна Крупскаяға һәм Дәүләкәндән эколог Екатерина Багаеваға бирелде, улар планшеттар менән бүләкләнде.

«Республиканы ас» проекты сиктәрендә туризм менән мауығыусылар ѳсѳн ойошторолған конкурс һөҙөмтәләренә ярашлы, социаль селтәргә ҡуйылған иң яҡшы һүрәттәр Ғафури районынан Айрат Миңлебаевтыҡы тип табылды. Уны велосипед менән бүләкләнеләр. Икенсе урын – Кадастр палатаһы инженеры Нәркәс Мѳхәрәмоваға, ѳсѳнсѳ урын Ѳфѳнән Алина Сәйетоваға бирелде.



Вернуться назад