Башҡортостанда Ҡоролтайға һайлауҙа тауыш биреү тамамланды09.09.2018
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм урындағы үҙидара вәкәләтле органдары депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү тамамланды. Һайлау участкалары ябылды.

Республикала Берҙәм тауыш биреү көнөндә 22 һайлау кампанияһы уҙҙы. 147 мандат алмаштырылды. Киске сәғәт 6-ға һайлаусыларҙың 40,26 проценты тауыш бирҙе. 25 690 кеше даими йәшәгән урынынан ситтә тауыш биреү мөмкинлегенән файҙаланды. Тауыш биреү өсөн исемлеккә 3 миллион 50 мең 303 кеше индерелде. 2018 йылдың 1 июленә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә тап шунса кеше һайлау хоҡуғына эйә ине.

Төбәк парламентына һайлау биш йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Республикала йәшәүселәр Закондар сығарыу Палатаһына 110 депутат һайланы.

Уларҙың яртыһы — бер мандатлы округтар, яртыһы сәйәси партиялар исемлеге буйынса һайланды. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының алтынсы саҡырылыш депутаттарын һайлауҙа республика һайлаусыларының 49,27% һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарын ҡулланып тауыш бирҙе. 811 участкала КОИБ-тар файҙаланылды.


Вернуться назад