Булат Йосопов башҡорт телендәге бюллетенгә өҫтөнлөк бирҙе09.09.2018
Билдәле башҡорт режиссеры Булат Йосопов башҡортса тауыш биреү хоҡуғынан файҙаланды.

- Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлау көнөндә үҙебеҙҙең участкала — Өфөләге 21-се лицейҙа тауыш бирҙек. Ғаиләбеҙ менән һайлауға барыу күркәм йолаға әйләнде. Яңы саҡырылыш депутаттары, Башҡортостаныбыҙ үҫһен һәм сәскә атһын өсөн, лайыҡлы хеҙмәт итер тип өмөтләнәм , - тине режиссер.

Әле режиссер «Беренсе Республика» тарихи нәфис фильмы өҫтөндә әүҙем эшләй.

- Төп музыкаль темаларҙы раҫлау, фильмдың графикаһы өҫтөндә эш бара. «Беренсе Республика» фильмының трейлеры октябрь башында Республика көнө алдынан сыға. Шулай уҡ киләһе аҙнала рус, башҡорт, инглиз һәм төрөк телендәге субтитрҙар менән «Бабич» фильмы интернетҡа һалынасаҡ», — тине Булат Йосопов.


Вернуться назад