Билдәле йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов ижади сәфәрҙә йыш була. Был юлы ул һайлауға тип Силәбе өлкәһенән ҡайтып төшкән.
Ошо хаҡта яҙыусы: "Һайлауға бармай ҡалғаным юҡ, гражданлыҡ хоҡуғымды үтәүҙе төп бурысым тип ҡарайым, сөнки республикабыҙ яҙмышы- йәштәр ҡулында. Мөһим сараларға битараф булмайыҡ", - тине.