Ауырғазы районының Талбазы ауылында төбәктәге иң ҙур һайлау участкаһы урынлашҡан. Ул янғын хәүефһеҙлеге буйынса ғына түгел, башҡа талаптарға ла яуап бирә.
Участкала бында килеп һайлай алмаған кешеләргә ярҙам иткән махсус бригадалар эшләй. Хеҙмәткәрҙәр мохтаждарҙың өйөнә бара.
Тауыш биреүҙә иртәнән бирле 625 граждан ҡатнашҡан. Әйткәндәй, һайлау участкаһы асылғансы уҡ 50 кешенән сират һуҙылған булған.
Айырыуса ҙур хөрмәт ветерандарға күрһәтелде. Шулай уҡ тауыш биреү хоҡуғынан тәүгә файҙаланған йәштәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.