Башҡортостанда һайлауҙа ҡатнашыу буйынса Салауат районы алда бара. Бында тауыш бирергә хоҡуҡлы граждандарҙың 59,46 проценты һайлауға килгән.
Уларҙан һуң Ҡырмыҫҡалы – 57,65, Ейәнсура— 55,65, Бөрйән районы – 55,16 килә.
Ҡала округтары араһында Күмертау халыҡ иң әүҙеме – 41,53 процент. Сибайҙа - 34,63 процент тәшкил итә. Өфөлә һайлау участкаларына халыҡтың 16,27 проценты килде.