Ишембай районының Сәлих ауылында һайлауҙың ҡыҙған мәленә тура килдек. Ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 2161-се һайлау участкаһына 561 һайлаусы ҡарай.
Иң оло йәштәге һайлаусы Аҫылбикә Иҫәнғоловаға 93 йәш, ул өйөндә һайлау мөмкинлегенә эйә, ә бына инәйҙең тормош иптәше 90 йәшлек Миңлегәрәй Иҫәнғоловты һайлау участкаһында тап иттек.
- Һәр ваҡыт үҙем килеп тауыш бирәм, ҡатыным ғына килә алмай, - тине ул.
Сәлихтәр элек-электән һайлауҙа әүҙем ҡаатнаша. Был юлы ғаиләләре, балалары менән дә килделәр. Райхана Әхмәтова ейәне Аязды ла килтереп, йәш быуынға матур өлгө күрһәтте.