Күптәр һайлауға ғаиләләре менән килә. Байтаҡ йәштәр, балаларын етәкләп, участка ишектәрен аса. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Ашҡаҙар” гәзите хәбәрсеһе Эльдар Фәттәхов та ҡатыны Сөмбөл менән Ғайсар һәм Ибраһим улдарын алып килгән.
- Стәрлетамаҡтың 686-сы һайлау участкаһы әллә ни күренеп тормай. Шулай ҙа барып таптыҡ һәм тауыш бирҙек. Башҡорт телендәге бюллетендәрҙә лә тиҙ генә эҙләп табып бирҙеләр. Балаларға шар һәм тәмлекәстәр тотторҙолар, әммә уларҙы “серле” кабинкалар нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Уларҙың да атай һәм әсәй артынан инеп, “йәшенмәк уйнағыһы” килде, - тип шаяртып алды йәш атай.