Стәрлебашта 13 кеше беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнашты09.09.2018
Стәрлебашта 13 кеше беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнаштыРеспубликаның ҡайһы бер райондарында айырыуса әүҙемлек күрһәтәләр. Мәҫәлән, 18.00 сәғәткә Стәрлебаш районында 16184 тауыш биреүсенең 9735-е үҙ кандидатын һайлаған да инде.

Был көндә күптәр һайлау хоҡуғына беренсе тапҡыр эйә булды. 2838-се һайлау участкаһында 13 кеше беренсе мәртәбә тауыш бирҙҫ. Илһам Латипов менән Элнара Сәйфетдинова гражданлыҡ бурысын үтәне һәм иҫтәлеккә бүләктәр ҙә алды.

Был көндә һайлауҙар менән бер рәттән районда төрлө саралар бара. Әйтәйек, ҡайҙалыр һорау алыу ойошторолһа, ә телгә алынған участкала баскетбол буйынса район беренселеге үтә. Мәктәпкә килгәндәр бер залда һайлаусы булһа, икенсеһендә көйәрмәнгә әүерелә.



Вернуться назад