Ололар һәр ваҡыттағыса әүҙем09.09.2018
Һәр һайлау кампанияһында оло быуын вәкилдәре үҙҙәренең әүҙем гражданлыҡ ҡарашы менән айырылып тора.

Ѳфѳ ҡалаһынан Йәғдә Әхмәтйәноваға тиҙҙән 89 йәш тула. Олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул таяҡҡа таянып булһа ла 418-се һайлау участкаһына тауыш бирергә килгән.

- Беҙҙең быуында - совет тәрбиәһе, шуға ла һәр нәмәгә яуаплы, намыҫлы ҡарайбыҙ. Беҙ һайлауҙа ҡатнашырға бурыслы, был мотлаҡ шулай булырға тейеш, тип иҫәпләйем, - ти Йәғдә Әхмәтова.

Бына кемдән үрнәк алырға кәрәк йәштәребеҙгә.




Вернуться назад