Ауыл халҡы әүҙем09.09.2018
Башҡортостанда төшкө сәғәт 3-кә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылыш депутаттарын һайлауҙа халыҡтың 29,87 проценты ҡатнашҡан.

Был хаҡта республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында хәбәр иттеләр. Ауыл ерҙәрендә һайлаусылар әүҙемерәк – уларҙың 38,96 проценты тауыш биргән. Ҡалаларҙа был һан 23, 35 процент тәшкил итә. Өфөлә иһә исемлектәге граждандарҙың 16, 27 проценты үҙ хоҡуғынан файҙаланған.


Вернуться назад