Архангел районының Ҡыҙыл Еҙем ауылындағы һайлау участкаһы гөрләп тора.
Билдәле “Еҙем өләсәйҙәре” фольклор коллективы ла ошо ауылдан. Улар, йола буйынса, бөтә коллективтары менән һайлауға килә. Шунда уҡ күңелле йырҙарын да башҡаралар.
* Һайлау беҙҙең өсөн байрам кеүек, – ти улар.
Был һайлау участкаһында барлығы Ҡыҙыл Еҙемдән һәм эргә-тирә ауылдарҙан 555 кеше һайлау хоҡуғына эйә. Архангел районы хакимиәте башлығы Александр Комзалов та ошонда тауыш бирҙе, сөнки ул тап Ҡыҙыл Еҙемдә йәшәй.