Йылайырҙар ҙа республикала барған мөһим кампанияла әүҙем ҡатнаша. Көндөң йылы булыуы ла байрамға йәнлелек һәм күтәренке кәйеф өҫтәй. Райондың бөтә һайлау участкаларында эш ҡыҙыу бара, һайлаусылар үҙ тауышын бирергә ашҡына.
Төбәк һайлау комиссияһы етәксеһе Фәнил Нәҙерғолов әйтеүенсә, район һайлаусыларының күбеһе үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәгән. Һайлау тыныс шарттарҙа үтә. Һәр ауылда мәҙәни саралар ҡаралған, район үҙәгенән 110 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Ҡыҙҙарбиргән ауылында ауыл фельдшерына күренергә мөмкин. Ул ҡан баҫымын үлсәй, сирлеләрҙе ҡарай.