Бигерәк тә оло йәштәгеләр әүҙем09.09.2018
Учалы ҡалаһында йәшәгән Фәйзихановтар һайлауға бөтә ғаиләләре менән килгән. Ҡыҙҙары Венера мөһим сәйәси ваҡиғала беренсе тапҡыр ҡатнаша.

— Мин үҙем урам һепереүсе булып эшләйем, эш хаҡы маҡтанырлыҡ түгел. Ҡатыным инвалид, уның да пенсияһы бик бәләкәй. Һайланасаҡ депутаттарға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Балаларыбыҙ беҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ, етешерәк йәшәһен ине, донъялар тыныс булһын, — тигән теләктәрен белдерҙе ғаилә башлығы Рифат Фәйзиханов.

3146-сы һайлау участкаһында 1520 һайлаусы иҫәпләнә.

— Һайлау тыныс бара, пенсия йәшендәге ололар әүҙемлек күрһәтә, көндөҙгө сәғәт 2-гә 280 һайлаусы тауыш бирҙе, — ти комиссия рәйесе Илнур Харисов.


Вернуться назад