Бөрйәндәр тауыш бирә! Ә һеҙ һайлауға барҙығыҙмы?09.09.2018
Бөрйән районының 1657- се һайлау участкаһына Яңы Собханғол ауылы ҡарай. Һайлаусылар исемлегенә 556 кеше индерелгән.

— Сәйәси кампанияла ауылдаштар ҙур активлыҡ күрһәтә. 15.00 сәғәткә 222 кеше тауыш бирҙе. Әле генә комиссия ағзалары мөмкинселектәре сикләнгән, оло булыу йәки башҡа сәбәптәр менән һайлау участкаһына килә алмаған һайлаусыларҙың гражданлыҡ хоҡуғын тәьмин итеү маҡсатында уларҙың йорттарына йүнәлде, — тине һайлау комиссияһы рәйесе Рәсимә Нурғалина.


Вернуться назад