Йәштәр әүҙем гражданлыҡ позицияһын һайлай09.09.2018
Берҙәм һайлау кѳнѳ Белорет медицина колледжында урынлашҡан 1279-сы һайлау участкаһында, ғәҙәттәгесә, эшлекле, тыныс мѳхиттә бара.

— Ололар ғына түгел, урта йәштәге һайлаусылар ҙа әүҙемлек күрһәтә, йәштәр ҙә хәҙер аңлы, актив гражданлыҡ позицияһын һайлай. Беҙҙең участкала 2 235 кеше теркәлгән. Һайлауҙа бер партиянан, ике кандидаттан күҙәтеүсе ҡатнаша, — тине участка һайлау комиссияһы рәйесе Рита Арсланбаева.

Алдан иғлан ителгәнсә, медицина колледжында Асыҡ ишектәр кѳнѳ ойошторолдо. Һайлауға килеүселәр Сәләмәтлек йәрминкәһендә ҡан баҫымын үлсәтте, ҡабул итеү комиссияһы белгестәре менән осрашып, кәрәкле мәғлүмәт алды.


Вернуться назад