Республикала төшкә тиклем тәфтиш изоляторҙарында тотолған граждандарҙың күпселеге – 70 проценты һайлау хоҡуғынан файҙаланды. Бөгөнгә бындай кешеләрҙең дөйөм һаны 1418. Был хаҡта Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Рәсәйҙең федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығындағы бүлек начальнигы, эске эштәр подполковнигы Антон Овчинников хәбәр итте.
Улар өсөн ете һайлау участкаһы эшләй. Хатта паспорттары булмаған граждандар ҙа, махсус белешмәләрҙе ҡулланып, һайлауҙа ҡатнаша алған.
Ә инде өйөндә ареста тотолған кешеләр үҙҙәренең участкаһында тауыш бирә. Кемдәргә торлағынан сығырға ярамай икән, уларға тауыш биреү йәшниген йәшәгән урынына килтерәләр.