Ҡайнап торған һыуға йәки һурпаға шаҡмаҡлап туралған картуф һалырға. Кесерткәнде йыуып, бешекләп, ваҡлап турарға. Унан ике минут самаһы көнбағыш майында еңелсә ҡыҙҙырырға (бер аҙ он ҡушырға мөмкин). Картуф бешеп сығыуға 7 – 10 минут ҡалғас, уға кесерткән, табала ҡыҙҙырылған һуған менән кишер, лавр япрағы, тәмләткестәр һалырға. Шулай уҡ ярты стакан һыуҙа бер ҡалаҡ он бутап, ашҡа өҫтәргә һәм көслө утта 3 – 5 минут бешерергә.
Кесерткән ашына бешкән йомортҡа, ҡаймаҡ йәки майонез өҫтәргә мөмкин. Ашығыҙ тәмле һәм шифалы булһын!