Хоҡуғыбыҙ һағында тороусыларҙың һөнәри байрамы сағыштырмаса йәш булһа ла, йәмғиәттә уға етди әһәмиәт бирелә. Байрам айҡанлы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың ҙур залында тантаналы кисә булды.
Сарала Башҡортостан парламенты Рәйесе Константин Толкачев, Рәсәйҙең Юристар ассоциацияһы етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Павел Крашенинников һәм Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Фәим Мөхәмәтшин ҡатнашты. Байрам кисәһенә эшләп йөрөүсе юристар ғына түгел, республикалағы уҡыу йорттарының юридик факультеттарында белем алыусылар ҙа саҡырылғайны.
Константин Толкачев йыйылыусыларға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың сәләмен еткерҙе һәм юристарҙы байрам айҡанлы ихлас ҡотланы.
— Ассоциация ағзалары бер йыл эсендә 300 кешенән мең ярымға тиклем артты. Тимәк, халыҡҡа юридик ярҙам күрһәтеү даирәһе лә киңәйә. Бөгөн республикала түләүһеҙ консультация биреүсе 22 үҙәк эшләй, уларҙа бер йыл эсендә 15 мең тирәһе кеше төрлө мәсьәләләр буйынса консультация алған, — тине ул.
Павел Крашенинников Ассоциацияның Башҡортостан бүлексәһе башҡарған эштәрҙе юғары баһаланы. Уның әйтеүенсә, бөгөн беҙҙең республикала Ассоциацияның 11 бүлексәһе эшләй, тағы һигеҙе асылырға тора. Был — ил буйынса иң юғары күрһәткес.
Тантана ваҡытында “Йыл юрисы” конкурсындағы еңеүселәр ҙә тәбрикләнде. “Башнефть-быраулау” предприятиеһының баш юрист-консульты Тимур Минһажев ошо юғары исемде яуланы.
Ә. ИЛДУСОВА.