Учалы гөрләп тора09.09.2018
Учалыла көндөҙгө сәғәт 3-кә һайлаусыларҙың 39,8 проценты тауыш бирҙе. Ҡала байрам көнөндәге кеүек гөрләп тора. Паркта, мәктәп стадиондарында, ихаталарҙа төрлө күңелле саралар үтә. Халыҡ спорт ярыштарында, эстафеталарҙа әүҙем ҡатнаша, көҙгө уңыш йәрминкәһенән аҙыҡ-түлекте осһоҙ хаҡҡа һатып ала.

Учалы районының 3112-се һайлау участкаһы Наурыҙ ауылы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Ауыл советына ҡараған Ғәҙелша, Ташҡыя, Мәҫкәү, Йәһүҙә ауылдары халҡы ла ошонда тауыш бирә. Һайлау комиссияһы рәйесе Гөлшат Ғүмәрова билдәләүенсә, мөһим сара тыныс шарттарҙа бара. Бигерәк тә Наурыҙ ауылы халҡы ҙур әүҙемлек күрһәтә. 14.00 сәғәткә исемлеккә индерелгән 740 һайлаусының яртыһы тиерлек, йәғни 364 кеше гражданлыҡ бурысын үтәгән. Сит ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн транспорт мәсьәләһе лә хәл ителгән.

Эльвина Садиҡова менән Ильмир Ғайсиндың был көн оҙаҡҡа иҫтәрендә ҡаласаҡ - улар мөһим сәйәси сарала беренсе тапҡыр ҡатнаша.


Вернуться назад