Бѳгѳн Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларында Асыҡ ишектәр кѳнѳ үтә. Шулай уҡ мәктәптәрҙә йәрминкәләр ойошторолдо.
Ѳфѳ ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы ихатаһы ла гөрләп тора. Унда уҡыусылар йәшелсә, емеш-еләк, ҡайнатмалар, тәмлекәстәр, бәлеш кеүек тѳрлѳ ҡамыр ризыҡтары тәҡдим итә, бәйләп һәм сигеп эшләнгән әйберҙәр һата.
Гимназияла урынлашҡан 418-се һайлау участкаһына тауыш бирергә килгәндәр иһә рәхмәт әйтеп, осһоҙ хаҡҡа әйберҙәр, аҙыҡ-түлек алып кинәнә.