Стәрлебаш районында көндөҙгө сәғәт 12-гә һайлаусыларҙың 38 проценты тауыш биргән. Тәүге сәғәттәрҙә үк һайлау участкаларына 1800-гә яҡын кеше килгән. Йәмғеһе районда 16 176 һайлаусы теркәлгән.
Мәҫәлән, Иҫке Ҡалҡаш ауылында урынлашҡан 2845-се һайлау участкаһының ишектәре асылыу менән Инсаф Ҡотлошин, Зөлхизә Ҡотлошина, Наталья Ермакова һәм Гөлнара Ҡотлошина тауыш биргән. Әлеге участкала һайларға тейеш 319 кешенең бишәүһе тәүгегә тауыш бирә. Ә иң өлкән һайлаусыға – 90 йәш! Менәүәрә инәй Ҡунафина өйөндә һайлаясаҡ.
Урындағы комиссия рәйесе Әлфиә Ҡотлошина белдереүенсә, көн матур тора, һайлаусыларҙың да кәйефе шәп! Был көндө Стәрлебаш районы халҡын һайлауҙар менән бергә төрлө мәҙәни тамашалар ҙа көтә.