Әбйәлилдәр һәр ваҡыттағыса әүҙем09.09.2018
Был юлы ла район халҡы мөһим саранан ситтә ҡалманы. Төбәк һайлау комиссияһы рәйесе Ғәйнетдин Ғиләжев белдереүенсә, иртәнге сәғәттәрҙә район буйынса һайлаусыларҙың 10,25 проценты тауыш биргән. Һайлау бөтә участкаларҙа ла тыныс шарттарҙа үтә, һайлаусылар, күҙәтеүселәр тарафынан ялыуҙар юҡ. Районда бөтәһе 62 һайлау участкаһы эшләй. Элеккесә район үҙәгенең дүрт һайлау участкаһында КОИБ-тар ҡуйылған, бөтә участкаларҙа ла QR-код ҡулланыла.

786-сы Яңауыл һайлау участкаһында халыҡ геүләп тора: барыһы ла гражданлыҡ бурысын үтәргә ашҡына. Бигерәк тә “Мин ғаилә менән һайлайым” тип килеүселәр бихисап. Ауылдың старостаһы Шамил Әсәҙуллин да мөһим сараға ҡатыны Илүзә менән бергә килде. “Бер һайлауҙан да ситтә ҡалмайбыҙ, һәр саҡ әүҙем ҡатнашабыҙ. Балаларҙы ла алып килә торғайныҡ, әле улар мәктәптә булып ҡалды. Һәр кем һайлауҙа ҡатнашырға тейеш”, — ти ауыл старостаһы. Әйткәндәй, староста булараҡ Шамил Әсәҙуллин ауылдаштарының күп кенә проблемаларын хәл итергә булышлыҡ итә.


Вернуться назад