Емерергә ашыҡмағыҙ...11.05.2012
- Юлда машинағыҙҙың һаҡлағысы (предохранителе) янып сыҡһа, уны алмаштырырға запчасығыҙ юҡ икән, 1-2 һумлыҡ тимер аҡса ҡулланырға мөмкин.
- Кафель плитәһен киҫер алдынан һыуларға кәрәк. Шул саҡта ул һынмаясаҡ, ыуалмаясаҡ.
- Ҡайсыны үткерләү өсөн уның менән һауыт-һаба йыуа торған металл йыуғысты бер нисә тапҡыр киҫергә кәрәк.
- Сей ағасты бысҡанда бысҡы ҡыҫылып ҡалыусан. Эште еңеләйтеү өсөн бысҡыны һабынлағыҙ.
- Асҡысығыҙҙың яртыһы йоҙаҡта һынып ҡалһа, ишекте емереп асырға ашыҡмағыҙ. Асҡыстың ҡулығыҙҙа ҡалған өлөшөнә “Момент” елеме һөртөп, йоҙаҡтың егендә ҡалған киҫәгенә беркетегеҙ һәм һынған өлөштө тартып алығыҙ.
- Пластмасса дюбелде стенанан һурып алыу өсөн ябай тығынһурғыс (штопор) ҡулланығыҙ.
- Ике-өс тамсы шампунь тамыҙһаң, силикат елем оҙаҡ һаҡланасаҡ, ҡуйырмаясаҡ.