Һайлау көнөндә — йәрминкә09.09.2018
Баш ҡаланың 115-се гимназияһында Асыҡ ишектәр көнө сиктәрендә ҙур мәктәп йәрминкәһе үтте.

Көҙгө муллыҡта үткәрелгән был сараны уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә, ҡала халҡы ла ярата, йыл һайын унда бик күп кеше килә. Бында баҡса уңышы, төрлө тәмлекәстәр менән бер рәттән, мәктәп кәрәк-яраҡтары, уҡыу әсбаптары һәм башҡа әйберҙәр һатып алып була. Ғәҙәттә, йыйылған аҡса уҡыусыларҙың мәнфәғәтендә файҙаланыла.

Быйыл йәрминкәнең Һайлау көнө менән тап килеүе сараны тағы ла әһәмиәтлерәк итте. Гимназияла урынлашҡан һайлау участкаһына тауыш бирергә килеүселәр балалар ойошторған сағыу сарала ла ҡатнашты.


Вернуться назад