73 медицина учреждениеһында — 121 һайлау участкаһы09.09.2018
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 9 сентябрҙә республиканың 73 медицина учреждениеһында 121 һайлау участкаһы эшләй, уларҙың 29-ы – выҡытлы нигеҙҙә.

Атап әйткәндә, 92 участка даими нигеҙҙә ойошторолған, уларҙың 23-ө — административ биналарҙа, поликлиникаларҙа, медколледждарҙа, 69-ы фельдшер-акушерлыҡ пункттарында урынлашҡан.

29 ваҡытлы участка 28 дауаханала эшләй. Уларҙа әлеге ваҡытта дауаланыусы пациенттар тауыш биреп, гражданлыҡ бурысын үтәй ала.

Барлыҡ участкаларҙа ла медицина хеҙмәткәрҙәре дежурҙа тора. Шулай уҡ, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “ҡыҙыу линияһы” эшләй: 8 (347) 218- 00- 53


Вернуться назад