Республиканың 100 һайлау участкаһында “Тауыш” һайлаусылар хоҡуғын яҡлаусылар хәрәкәтенең 100 ирекмәне эшләй. Был хаҡта хәрәкәттең әүҙем ағзаһы Ренат Факеев белдерҙе.
Ирекмәндәрҙең 60-ы баш ҡала участкаларында эшләй, улар һайлауҙы камиллаштырыу йәһәтенән эксперт булараҡ сығыш яһай, һайлау ғәмәленең бар этаптарын күҙәтә, федераль “ҡыҙыу линия”ларҙың эшен алып барырға ярҙам итә.
Ренат Факеев белдереүенсә, һайлауҙарҙың законлылығы мөһим, сөнки был һайлаусыларҙың сараға ышанысын арттыра.