Бәрәңге тип тормай...09.09.2018
Ишембай районында ла һайлауҙар гөрләп бара. Һайлау участкалары асылыу менән халыҡ ағыла башланы. Күптәр йорт мәшәҡәттәре ныҡлап башланғансы һайлап ҡуяйыҡ, тип аңлата быны.

Мәҫәлән, Йәнырыҫ ауылында сәғәт 11-ҙә һайлаусыларҙың 35 проценты гражданлыҡ бурыстарын үтәп өлгөргән дә инде.

— Беренсе тапҡыр һайлаусыларыбыҙ ҙа бар. Улар дүртәү, яуаплылыҡ тойоп, дәртләнеп киләләр, — ти ауыл советы хакимиәте башлығы Миңлейәр Маннанов.

Әрмет Рәхим ауылында урынлашҡан 2169-сы һайлау участкаһында 309 кеше тауыш бирергә тейеш. 11.30 сәғәттә шулай уҡ 30 проценттан ашыу һайлаусы тауыш биргән. Тәүге тапҡыр һайлаусылар – икәү.

— Бәрәңге алған мәл – мәшәҡәтле осор, әммә кемдер ҡулына көрәк тотор алдынан һайлау участкаһында ҡәләм алды. Кемдер һуңыраҡ киләсәк, — ти клуб мөдире, урындағы комиссия рәйесе Йәмилә Фәхриева.

Ғөмүмән, Ишембай районында иртәнге 10-да һайлаусыларҙың 5,4 проценты тауыш биреп өлгөргәйне инде.


Вернуться назад