Баймаҡ районының төпкөлдә урынлашҡан Ғүмәр ауылында иртәнге сәғәттәрҙә үк йәнлелек һиҙелә. Ауыл халҡы мөһим сарала дәррәү ҡатнаша. 1017-се һайлау участкаһында бөтәһе 236 һайлаусы, әле шуларҙың яртыһынан күбеһе тауыш биреп тә өлгөргән.
Бигерәк тә һайлауҙа йәш ғаиләләрҙең әүҙем ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Гөлйемеш менән Арыҫлан Мырҙабаевтар һайлауға бер йәшлек улдары Мөхәмәт менән килгән. Йәш ғаилә тағы ла бәпәй көтө. “Яҙмышыбыҙҙы хәл итер көндә ситтә ҡала алмайбыҙ. Һәр кемдең тауышы мөһим икәнлеген тәрән аңлайбыҙ. Бигерәк тә балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн лайыҡлыларға үҙ тауышыбыҙҙы бирәбеҙ”, — ти улар.
Шулай уҡ йәш әсә Илгизә Ҡаҙнабаева ла бер йәшлек ҡыҙы Гөлнәзирә менән тауыш бирҙе. Ололар ҙа, йәштәр ҙә һайлауҙа әүҙем ҡатнаша .