Һайлау менән бергә Асыҡ ишектәр көнө гөрләй09.09.2018
Бөгөн БР Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау менән бер рәттән, Башҡортостандың мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һайлау учреждениеларында Асыҡ ишектәр көнө үтә.

Нимә генә тәҡдим ителмәй халыҡҡа! Бәғзеләр кулинария, косметология, декоратив-һынлы сәнғәт буйынса оҫталыҡ дәрестәре алһа, ауыл мәҙәниәт йорттарында урындағы һәүәҫкәрҙәр концерт программалары әҙерләгән. Шулай уҡ, күргәҙмәләр, спорт бәйгеләре, экскурсиялар, презентациялар, төрлө конкурстар, викториналар ҙа ойошторолған.

Күп кенә ҡала мәктәптәрендә иһә йәрминкәләр үтә. Көҙгө муллыҡ осоронда үткәрелгән был сараны халыҡ та, балалар ҙа ярата. Ҡайһы бер һайлау участкаларының мәғариф учреждениеһында урынлашҡанын иҫәпкә алғанда, халыҡ бер юлы гражданлыҡ бурысын да үтәй аласаҡ, файҙалы сарала ла ҡатнашасаҡ.


Вернуться назад